Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп ял иттем

Ҡышҡы ялым Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡыуаныуҙан башланып киткәйне. Һәр көнөм иҫтәлекле үтте. Өфө ҡалаһында Газпром шыршы байрамында булдым.

Рәхәтләнеп ял иттем
Рәхәтләнеп ял иттем

Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн эшләнгән ҡаласыҡтарҙы ла барып күрҙек. Торатауҙағы байрамда ла ҡатнашып, тау шыуып, төрлө күргәҙмәләрҙә йөрөп, күңелле итеп ял итеп ҡайттыҡ.

Шул уҡ ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштарға баҡсабыҙҙа элгән тағараҡҡа ем һалып һыйларға ла онотманым. Уларҙы ситтән генә күҙәтеүе лә ҡыҙыҡ булды.

Быйыл ҡар күп яуғанлыҡтан йорт алдын ҡарҙан таҙартырға ла ваҡыт таптым. Эш бөткәс, Һырғалаҡҡа барып, арығансы коньки шыуып рәхәтләндем.

Бына шулай файҙалы һәм күңелле ял көндәрем “һә” тигәнсе үтте лә китте. Үҙемә бик күп көс-дәрт йыйып, синыфташтарымды һәм уҡытыусыларымды һағынып, мәктәпкә барҙым. Икенсе сиректе тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағайным. Өсөнсөһөндә лә һынатмаҫҡа ине.

 

Әҙилә АҘНАБАЕВА, III синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Рәхәтләнеп ял иттем
Рәхәтләнеп ял иттем
Рәхәтләнеп ял иттем
Рәхәтләнеп ял иттем
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: