Үҙе бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, шундай әүҙем, өлгөр. Ул төрлө сараларҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Әлфинәнең иң яратҡан шөғөлө – бейеү һәм йыр. Балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Үҙ теләге менән китап уҡырға өйрәнә, яҙа белә, һүрәттәр төшөрә. Әсәһе менән бергә кәнфит, емеш-еләк һәм сәскәләр менән биҙәп, гөлләмәләр ҙә эшләп һаталар.
Уҙған йыл аҙағында район мәҙәниәт йортонда кескәйҙәр өсөн «Мини-мисс» бәйгеһе ойошторолдо. Унда ла ҡатнашып, һәләтле ҡыҙ юғалып ҡалманы. Үҙе менән матур итеп таныштырҙы, ижади конкурста – башҡортса бейеп күрһәтте. Бейеүсе тураһында һәм матур итеп шиғыр һөйләп, йырлап, видеоролик та әҙерләгәйне. Бигерәк тә сәхнәлә үҙен иркен тотоуы менән дә бар тамашасыны ла йәлеп итте. Шулай итеп, әсәһе менән «Мисс артислыҡ» номинацияһында еңеү яуланы.
Бәләкәйҙән үҙенә ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар менән йәшәгән һәләтле ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ. Бәлки, киләсәктә Әлфинә, әсәһе кеүек, сәхнә йондоҙо булып та балҡыр әле!
Гөлназ НАЗАРОВА, тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.