Үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн был көн нимә аңлата һуң? Күптәр ошо тарихи дата хаҡында хәбәрҙар ҙа түгел. Уҡыусыларға совет һалдаттарының батырлығы тураһында һөйләргә кәрәк, был хаҡта оноторға ярамай.
Линейкаға килгән ҡунаҡтарҙың береһе – Башҡортостан ветерандары ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, өлкән лейтенант Флүр Ғарипов шул осорҙағы ваҡиғалар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. 108-се мәктәпте тамамлаған Валерий Андреев менән Олег Латыпов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап Афған һуғышында башын һалған. Уларға арналған таҡтаташ та бар. Йәш армеецтар Флүр Әхәт улы менән бергәләп батырҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалды, бер минут тынлыҡ та иғлан ителде.
Осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы полиция лейтенанты ла килгәйне. Ул VII “А” синыфы уҡыусыларына дәрескә инде. Һалдат яу яланындағы тормошо хаҡында һөйләне. Ул ялдан һуң йәнә ил тыныслығын һаҡларға юлланасаҡ.