+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Февраля 2025, 09:05

Төлкө менән Торна дуҫлашты

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Сөнки бөгөн бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.

Төлкө менән Торна дуҫлаштыТөлкө менән Торна дуҫлашты
Төлкө менән Торна дуҫлашты

Беҙ ҙә "Йондоҙсоҡтар" төркөмө балалары менән үҙенсәлекле дәрес үткәрҙек. Тәүҙә "Төлкө менән Торна" башҡорт халыҡ әкиәтен ҡараныҡ. Һуңынан балалар менан әкиәтте сәхнәләштерҙек. Бик матур килеп сыҡты.

Төлкө ролен – Вилена Аҙнабаева, Торнаны Әмир Исмәғилев оҫта итеп башҡарҙы. Әкиәттең башында геройҙар дуҫ була, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Тик бер-береһен аңлап етмәү арҡаһында дуҫлыҡтары өҙөлөп ҡуя. Был мәсьәләне аҡыллы Ҡуян хәл итте: Сафия Каракенова геройҙарҙы дуҫлаштырып ҡуйҙы.

Балалар Төлкө менән Торна артабан да дуҫ булһын өсөн дуҫлыҡ тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. Дуҫлыҡтың ҙур байлыҡ икәнен кескәйҙәр яҡшы аңлай.

 

Гөлкәй АҘНАБАЕВА, “Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Төлкө менән Торна дуҫлашты
Төлкө менән Торна дуҫлашты
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас