+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Февраль 2025, 09:44

Йәш армеецтар артты!

Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә алыу тантанаһы үтте.

Йәш армеецтар артты!Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!

Һамар, Өфө, Подольск, Сиҙәм, Яңы Ергән, Оло Әбеш, Бүребай, Аҡъяр ауылдарынан 107 уҡыусы йәш армеецтар сафына баҫты. Тәүҙә килгән ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Хәйбулла районы ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе рәйесе Фаил Юлдашбаев, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Ризван Ҡорбанов, йәш армеецтар хәрәкәте етәксеһе Таһир Ишемғолов һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Улар аҡыллы, спорт һөйөүсе, үҙ иленең тарихын белеүсе һәм ҙур Рәсәйҙе яратыусы балаларҙың күберәк булыуын теләне. Ә уҡыусылар Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға, йәш армеец тигән юғары исемде намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөргә ант итте.
Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбенән йәш армеецтар отряды командиры Гөлдәр Ғөбәйҙуллина иһә миҙал менән бүләкләнде.


Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.

Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!
Йәш армеецтар артты!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас