+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
24 Февраля 2025, 08:14

Хәрби күргәҙмә лә эшләне

Хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының “Космонавтар” төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәрби күргәҙмә лә эшләнеХәрби күргәҙмә лә эшләне
Хәрби күргәҙмә лә эшләне

Иртәлек йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр һәм күңелле уйындар менән оҙатылып барҙы.

Ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә асылған “Хәрби техника” тип аталған күргәҙмә эшләне. Унда һәр кем үҙ ҡулдары менән яһаған транспорт моделдәрен алып килгәйне. “Оҫта ҡуллы ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә атай, олатай, ағай, малайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!” – ти өлкән тәрбиәсе Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙы. Ҡотлауҙарға мин дә ҡушылам!

 

Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА.

Сибай ҡалаһы.

Хәрби күргәҙмә лә эшләне
Хәрби күргәҙмә лә эшләне
Хәрби күргәҙмә лә эшләне
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас