+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Февраля 2025, 07:23

Атайҙарҙы саҡырҙыҡ

Ватанды һаҡлаусылар көнөн балалар баҡсаһында йыл һайын билдәләйбеҙ. Атайҙарға арналған кисәләр, һалдаттар менән осрашыуҙар, хәрби уйындар ойоштороп, үҫеп килгән балаларыбыҙға әхлаҡи-патриотик тәрбиә бирәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атайҙарҙы саҡырҙыҡАтайҙарҙы саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы саҡырҙыҡ

«Көнбағыш» уртансылар төркөмөндә лә «Күңелле старт» исемле бик матур сара үтте. Байрамға атайҙар, ағайҙар саҡырылды. Балалар үҙҙәренең матур шиғырҙары һәм күңелле йырҙары менән килгән ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәрен дә тапшырҙылар.

 

Сулпан БАЯСТАНОВА, «Бәпембә» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Хәйбулла районы,

Аҡъяр ауылы.

Атайҙарҙы саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы саҡырҙыҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас