Әсәй-өләсәйҙәргә ҡотлау открыткалары эшләү, йырҙар, шиғырҙар өйрәнеү, махсус гәзит сығарыу кеүек эштәре менән көн артынан көн уҙа торҙо.
Бөгөн, ниһайәт, ҡыҙҙар-йондоҙҙарыбыҙға малайҙар менән “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсы уҙғарҙыҡ. Балаларҙың шат тауышы, ярыш сәме, күңелле бәхәстәр менән гөрләп торҙо синыф бүлмәбеҙ! Бигерәк теремек, йылғыр, өлгөр, тырыш ҡыҙҙар уҡый беҙҙең синыфта.
Сәмле ярыш мәлендә “Сәскәләр” менән “Йондоҙҙар” командалары бар яҡтан да оҫта булып сыҡты. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ еңде!
Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.