Уның барышында зирәк, сос, аҡыллы, тырыш, уңған ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырҙы, төрлө эштәрҙе үтәне. Мода күрһәтеү, тиҙ арала салат әҙерләү, интеллектуаль һорауҙарға яуап биреү, ризыҡ атамаларын белеү буйынса бәйге үтте. Һәр ярыш малайҙар әҙерләгән концерт номеры менән аралашып барҙы.
Ғәҙел баһалама ағзалары Лилиә Булат ҡыҙы Шәрипова, Гөлнәфис Шамил ҡыҙы Хәйбуллиналар тарафынан төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Розалина Аҙанғолова – "Иң үткен һылыуҡай", Илүзә Вәлитова – "Иң һәләтле һылыуҡай", Минзиә Вәлитова – "Иң нәзәкәтле һылыуҡай", Гөлнәзирә Вәлитова – "Иң зирәк һылыуҡай", Элина Хәйбуллина – "Иң наҙлы һылыуҡай", Алина Вәлиева – "Иң сая һылыуҡай", Лиана Ҡарасурина "Иң тыйнаҡ һылыуҡай" булып сыҡты.
Еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙға иҫтәлекле бүләк һәм мәктәптең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Күмәкләп фотоға төшкәндән һуң сәй табыны ойошторолдо. Матурлыҡ бөркөлгән саранан барыһы ла илһам алып таралышты.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Яуымбай мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Бөрйән районы.