+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

"Шайморатов генерал"ды кем яҙған?

Китапханабыҙҙа Ҡадир Даяндың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнап синыф сәғәте үткәрҙек. Унда 18-се мәктәптең башланғыс синыф уҡыу­сыларын саҡырҙыҡ.

"Шайморатов генерал"ды кем яҙған?"Шайморатов генерал"ды кем яҙған?
"Шайморатов генерал"ды кем яҙған?

Тәүҙә балаларҙы шағирҙың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙыҡ. Уның шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем формалаша һәм нығына. Әҫәр­ҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә урын алған. Шағир Бөйөк Ватан һуғышына үҙе теләп китә һәм Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.
Балаларҙы әлеге көндә ныҡ популяр «Шайморатов генерал» йырын да Ҡадир Даяндың яҙғанын белеү хайран ҡалдыр­ҙы.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды Күк Урал;
Ат уйнатып алда бара
Шайморатов генерал...
Был легендар йырҙы уҡыусылар ҙур теләк менән башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тыңланы. Тап ошо йыр башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығын һәм көсөн символлаштыра.
Балалар иғтибарына яҙыусы, драматург, шағир Ҡадир Даяндың хеҙмәттәре туп­ланған китап күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде.

Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА, 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас