+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Изге айҙа – изге теләктәр

Изге Рамаҙан айының матур бер көнөндә Амангилде ауылы мәсетендә ифтар ойошторолдо.

Изге айҙа – изге теләктәрИзге айҙа – изге теләктәр
Изге айҙа – изге теләктәр

Мәктәп директоры Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина коллективы менән бергәләп ауылыбыҙҙың йәме булып торған мәсет түренә ветеран уҡытыусыларҙы, ауыл депутаттарын, аҡһаҡалдарын, балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен, дауахана хеҙмәткәрҙәрен, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ағайҙарҙы йыйҙы. Район депутаты Даян Мәсғүт улы, ауыл хакимиәте башлығы Вадим Рәфҡәт улы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Лилиә Мостафа ҡыҙы, ҡоролтай ағзаһы Әнғәм Әсләм улы ла килгәйне.

Ифтар ваҡытында әлеге көндә күңелде өйкәп торған проблема – ауылыбыҙҙа мәктәп төҙөү кәрәклеге тураһында телгә алынды. Ниәтебеҙ тормошҡа ашһын өсөн аяттар уҡылды, доғалар ҡылынды.

Изге Ураҙа айында бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ, яҡшы эштәр эшләйек, мохтаждарға ярҙам итәйек. Аллаһ Тәғәлә бойорһа, яңы мәктәп тә ҡалҡыр.

 

Люциә ҒАТАУЛЛИНА.

Әбйәлил районы.

Изге айҙа – изге теләктәр
Изге айҙа – изге теләктәр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас