+28 °С
Болотло
VKOKМакс

«Мираҫ»тар килде ҡунаҡҡа

Төрлө халыҡ мәҙәниәтен, йыр-бейеүен тамашасыға еткергән данлыҡлы «Мираҫ» ансамбле беҙҙең Дим районындағы Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына матур, сағыу сығыш бүләк итте.

«Мираҫ»тар килде ҡунаҡҡа«Мираҫ»тар килде ҡунаҡҡа
«Мираҫ»тар килде ҡунаҡҡа

Концерт «Тирмә янында» исемле йырлы-бейеүле күңелле тамаша менән башланып китте. Хор башҡарыуында яңғыраған «Башҡортостан» йыры тыуған еребеҙгә, уның матурлығына, байлығына ғорурлыҡ хистәре уятты. «Маршрут» башҡорт яугирҙары бейеүе, «Нәрән би» ҡалмыҡ халыҡ бейеүе, «Силифке» төрөк халыҡ бейеүе, «Өс төпһә» шаян башҡорт бейеүе һәм башҡа сығыштар уҡыусылар күңеленә хуш килде. Мирас Үҙәнбаевтың ҡурайҙа уйнауын алҡыштарға күмде гимназистар. Шулай уҡ Зәлиә Ғәниәтуллинаның ҡыл-ҡумыҙҙа башҡарған көй-моңдарын да ихлас ҡабул иттеләр.

Ансамблдең солисткаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Алёна Завьялованың үҙенсәлекле тауышы барыһын да әсир итте. Һуғыш йылдары йырҙарын иһә уҡыусылар бер аҙ моңһоуланып та, ғорурланып та тыңланы. Концерт «Бер ғаилә» исемле дуҫлыҡ бейеүе менән бик матур тамамланды. Рухи байлыҡ, дәрт, көс бүләк иткәндәре өсөн «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә ҙур рәхмәт!

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, педагог-китапханасы.
Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас