Улар икеһе лә балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, башҡорт төркөмөнә йөрөйҙәр. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, бер-береһенә "ағай", "туғаным" тип кенә өндәшәләр.
Күҙ һалығыҙ әле, ҡалай оҫта ролгә инеп уйнайҙар, афариндар!
"Балалар бәләкәйҙән үҙ туған телен белеп, яратып үҫһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ!" - тиҙәр Альбина апай менән Илфат ағай Мырҙағалиндар.
Зөлхизә ЙОСОПОВА,
"Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы.
Проект Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырыла.
#ФСГОРБ #ГрантыРБ