Был көндө «Татыу ғаилә» төркөмө кескәйҙәре «Йомроҡай» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Уларға артист булыу оҡшаны. Бигерәк килештерҙеләр, һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн беҙ үҙ эшебеҙҙә бармаҡлы уйындар ҡулланабыҙ. Ҡурсаҡтар ярҙамында кескәйҙәрҙең һәләттәрен асабыҙ. Бармаҡ театры – уйын ғына түгел, ә һүҙ байлығын арттырыу, фекерләүҙе, фантазияны үҫтереү өсөн дә шәп сара ул.
Айгөл ЙОСОПОВА, Динара ВӘЛИӘХМӘТОВА, тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы, 214-се балалар баҡсаһы.