+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Килештереп уйнанылар

Театр көнөнә арнап, уҡыусыларыбыҙ яҡташ яҙыусыбыҙ Яныбай Хамматовтың "Тыуған көн" әҫәренән өҙөк уйнап күрһәтте.

Килештереп уйнаныларКилештереп уйнанылар
Килештереп уйнанылар

Һигеҙенселәрҙән Миңлеғәле образын Азат Зарипов, уның атаһы Хәбибулла ҡартты Айсар Ғибатов килештереп уйнаны. Ә инде X синыф уҡыусыһы Дарина Фәррәхетдинованың әсә роленә инеп уйнауы барыһын да һоҡландырҙы. Миңлеғәленең уҡытыусыһы Мәрйәм апай образын X синыфтан Алина Иҙрисова бик оҫта асып бирә алды. Уның синыфташы Гүзәлиә Сәйфуллинаның күрше ҡатын булып килештереп уйнауына барыһы ла һоҡланды. Әйткәндәй, республика кимәлендә бишенсе тапҡыр уҙғарылған "Хамматов уҡыуҙары"нда был спектакль 1-се урын алды.

"Бәхетле бала саҡ" мәктәп театрын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева етәкләй. Ул балаларҙа театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү уята алды. Рәхмәт уға! Йәш артистарыбыҙға ла уңыштар теләйбеҙ.

 

Юлиә ӘБСӘЛӘМОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Килештереп уйнанылар
Килештереп уйнанылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас