+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Аҡтырнаҡ

Мин бәләкәй сағымдан эттәр яратам. Беҙҙең Аҡтырнағыбыҙға – 8 йәш.

АҡтырнаҡАҡтырнаҡ
Аҡтырнаҡ

 Этебеҙ бик яғымлы, шаян, хатта хәйләкәр ҙә. Мине бигерәк тә яҡын күрә, уның менән һәйбәт дуҫтарбыҙ. Аҡтырнаҡты көн дә ашатам, башынан һыйпап хәлен белеп кенә торам. Этебеҙ беҙҙең кемебеҙҙе күрһә лә, ҡойроғон болғап, баҫҡан ерендә ырғандап, һикерәндәп тора. Ҡыуанысы эсенә һыймай китә кеүек тойола. Ә ихатаға сит кеше инһә, көслө тауышы менән беҙҙе иҫкәртә.

 Атайым урманға этебеҙҙе эйәртеп йөрөргә тырыша. Сөнки уны гел бәйҙә генә тоторға ярамай бит. Апайым менән Аҡтырнаҡты һәр саҡ йөрөтөп, уйнатып, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеп кенә торабыҙ. Мин Аҡтырнағымды яратам!

 

Наҙгөл ҠАРАҒОЛОВА,

 V синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас