Беҙҙең V «А» синыфына уның исеме бирелде. Барыбыҙға ла значоктар һәм танытмалар тапшырылды.
Мәктәптә уҡыу сифаты буйынса иң юғары күрһәткес беҙҙә, район күләмендәге төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Етәксебеҙ Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова менән батыр яҡташыбыҙҙың исемен оло ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ. Ҡасандыр Руслан Шәрәфетдиновтың да синыф етәксеһе Рәсимә Рауил ҡыҙы булған икән.
Күптән түгел Руслан ағайҙың әсәһе Рәмзиә Булат ҡыҙы Шәрәфетдиноваға ярҙам итергә, хәл белешергә барҙыҡ. Өйө бөхтә генә, гөлдәренең ниндәй генә төрө юҡ, тип һоҡландыҡ. Рәмзиә апай беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ҡыҙҙар өйҙә саң һөрттө, гөлдәргә һыу һипте. Йылғанан һыу килтерҙек. Был мәлдә малайҙар тышта ҡар көрәне, утын ташы ны. Ҡыҙҙар менән эште бөткәс, Әмин ағай менән донъя хәлдәре тураһында һөйләштек. Оҙаҡламай Рәмзиә апай өҫтәл әҙерләй башланы, ҡыҙҙар ҙа уға йүгереп йөрөп ярҙам итте. Аҙаҡ ишек алдындағы эштәрҙе тамамлап, малайҙар килеп инде. Бергәләп сәй эстек, Рәмзиә апай әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Руслан ағай тураһында һөйләштек. Фотоға төштөк. Сәй эсеп бөткәс, ҡыҙҙар һауыт-һабаны йыуҙы. Шулай беҙ синыфыбыҙ менән Руслан ағайҙың ата-әсәһен ҡыуандырып ҡайттыҡ, тағын килергә вәғәҙә бирҙек.
Йәнгүзәл АСҠАРОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.