+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Мин «Артек»та булдым

Уҙған уҡыу йылы минең өсөн бигерәк уңышлы булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина етәкселегендә олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым, дипломдар, миҙалдар менән бүләкләндем.

Мин «Артек»та булдымМин «Артек»та булдым
Мин «Артек»та булдым

Быйыл да һынатмаҫҡа ине. Туғыҙынсы синыфта белем алам, беҙҙең өсөн яуаплы осор, үҙегеҙ беләһегеҙ, һынау бирәсәкбеҙ.

 Былтыр ҙур шатлыҡ кисерҙем. Шул турала һеҙгә һөйләйем әле. Күптән «Артек»ка барырға хыяллана инем. Ниһайәт, ул тормошҡа ашты. 2024 йылды ҡаршылағанда Яңы йыл төнөндә теләк теләнем... 2024 йылдың 24 октябрендә миңә «Артек»ка барыу өсөн юллама бирелеүе билдәле булды. Нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! 10 ноябрҙә таң алдынан Өфө тимер юл вокзалынан вагондарға тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Атай-әсәйҙәр изге юл теләп оҙатып ҡалды. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән тиҫтерҙәрем менән танышып, дуҫлашып, барып еткәнсе 3 көн, 2 төн уҙғаны һиҙелмәне лә. Юлда илебеҙҙең киңлегенә, ҙурлығына иҫем китте, оҙон Ҡырым күперен тулҡынланып уҙҙыҡ. Беҙҙең тыуған яҡтарҙа ныҡ ҡына һалҡынайтҡайны, ә бында килеп төшкәс, йылылыҡ, түтәлдәрҙә балҡып ултырған сәскә-гөлдәр, йәмйәшел газондар һәм ағастар ҡаршыланы.

Мин «5 КВН» тигән отрядҡа эләктем: 16 ҡыҙ, 12 үҫмер егет ине унда. Катя, Варя, Оля исемле вожатыйҙар 21 көнгә икенсе әсәйҙәй булды. Улар менән төрлө уйындарҙа ҡатнашып, мауыҡтырғыс сәйәхәттәрҙә йөрөнөк. Йыш яуған ямғырҙар арҡаһында Айыу тауға менеп булмауы ғына үкенесле. Ҡыҙыл мәмерйәһен күрер өсөн урманлы тауға күтәрелдек. Беҙгә параллель һуҡмаҡтан тыныс ҡына атлап ҡабан сусҡалары үтте. «Артек»та беҙ барған 13сө сменала 8 лагерь эшләне: һәр береһендә 15-тән 20-гә тиклем отряд булды. Беҙҙең лагерь «Полевой», йәғни «Ялан» тип аталды, ҡыҙыл курткалар кейеп, һары башлыҡтарҙа йөрөнөк. Отрядыбыҙҙа Ҡалмығстандан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Тыванан, Алтай крайынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандан һәм беҙҙең Башҡортостандан балалар тупланғайны. Ҡара диңгеҙ буйында уҙған һәр минут, һәр сәғәт шул тиклем күңелле үтте, төрлө сараларға бай булды. «Спорт көнө»ндә һәр отряд ниндәйҙер спорт төрө менән таныштырҙы.

Беҙгә «Артек» аренаһы яҡын ғына ине, ә «Һыуыҡ һыу» һарайына бәләкәй урманлыҡ аша атлап барҙыҡ, унда төрлө ҡул эштәренә өйрәтеү өсөн оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ ярыш үткәрелде. «Речной» лагерының «КВН» отряды менән тапҡырлыҡта көс һынаштыҡ. «Ҡыш бабайҙың тыуған көнө» тигән уйындан һуң һәр беребеҙгә «Артек» тигән шоколад өләштеләр. «Әсәйҙәр көнө»нә отрядыбыҙ менән ҡәҙерлеләребеҙҙе ҡотлап видеоролик эшләнек, уны үҙҙәренә ватсаптан ебәрҙек. «Хушлашыу алдынан осрашыу» тигән кисә бик тулҡынландырғыс һәм моңһоу булды. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән нисәмә төрлө милләт вәкиле булған тиҫтерҙәребеҙ менән дуҫлашып туғанлашып бөткәйнек. Был кисәлә «Осоусы корабль» тигән спектакль, концерт ҡарағас, Рәсәй Федерацияһы гимнын күмәкләшеп йырланыҡ. Иң аҙаҡтан һәр ҡыҙға берәр рауза сәскәһе бүләк итеп өләште егеттәр. Уларҙы һулытмай өйөбөҙгә тиклем алып ҡайттыҡ. Һыулы һауыттарға ултыртып һаҡланыҡ. «Артек»та уҙған һәр көн күңелдә юйылмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.

 

Розалина АҪЫЛҒУЖИНА,

IX «Б» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы.

Мин «Артек»та булдым
Мин «Артек»та булдым
Мин «Артек»та булдым
Мин «Артек»та булдым
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас