+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны

Башҡортостан Башлығы гранттар фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллинанан дүрт ҡыҙыҡлы өҫтәл уйыны алып ҡыуандыҡ. Улар – «Әлләсе», «Бишбармаҡ», «Бесәй, сәй, айыу, бал, май» һәм  «Зирәк» өҫтәл.

Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаныБарыбыҙға ла ныҡ оҡшаны
Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны

 – Беҙгә дәрес алдынан, тәнәфестә уйнап алыр өсөн бик тә уңайлы уйын. Кәйеф күтәреү, күңел асыу өсөн дә бик тә яҡшы,– ти уҡыусылар бер тауыштан.

Эйе, ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр!  Уйын ярҙамында балалар һүҙлек байлығын киңәйтә, белгәндәрен иҫкә төшөрә. Башҡорт телендә ябай һөйләмдәр менән һөйләшергә өйрәнә һәм уларҙы өлгө схемаһы буйынса төҙөй.  Тағы ла үҙ-ара татыу булырға, бер-береһенә ярҙам итергә һәм татыулыҡты  нығыта.  Уҡыусыларҙың уйын барышында кәйефтәре күтәрелде. Үҙҙәренә кәрәкле  бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышты.

 Тәү сиратта, ошондай матур, үҙенсәлекле өҫтәл уйындары буйынса проектты тормошҡа ашырған командаға рәхмәт әйткем килә.

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

                                              Ауырғазы районы,

 Талбазы ауылы лицейы.

Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны
Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны
Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны
Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас