

Беҙҙә шашка яраталар
Шашка – логик фекерләүҙе үҫтереүсе, үҙенә күрә ауыр ғына спорт төрө. Ул ныҡ түҙемлелек талап итә, уйларға, күп нәмәне иҫтә ҡалдырырға, йәғни хәтерҙе нығытырға булышлыҡ итә. Ә иң мөһиме: лайыҡлы еңә белергә, шул уҡ ваҡытта еңелеүҙе күтәрә белергә лә өйрәтә. Район буйынса үткәрелгән шашка ярышына беҙҙең мәктәптән 4 уҡыусы барҙы. Команда III урын яуланы, ә шәхси беренселектә етенсенән Фәдис Ғәлиуллин – I, дүртенсенән Айһылыу Ибраһимова III урын алды. Урыҫ шашкаһында III синыфтан Раяз Бирҙеғолов еңеүсе булды. Афарин!
Азалия КУЛЬЧИКОВА.
Өсәүһе лә призер булды
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса «Тере классика» конкурсына уҡытыусылар Венера Афзал ҡыҙы Мырҙағолова һәм Айһылыу Камил ҡыҙы Хәйбуллина өс уҡыусыны әҙерләп, район үҙәгенә алып барҙы. Улар бер ҙә һынатманы. IX синыфтан Гөлсөм Ғәббәсова, VIII синыфтан Айзилә Ғәйнуллина, VII синыфтан Айзилә Хәйбуллина – өсәүһе лә призёр булып, Почёт грамотаһы алып ҡайтты. Гел шулай ҡыйыу, шәп булығыҙ, апайҙар!
Фирзинә ҒӘЛИУЛЛИНА.
Еңеүҙәргә ирешәбеҙ
Мәктәбебеҙҙә робототехника түңәрәге 2021 йылдан алып эшләй. Беҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, йыш ҡына еңеүҙәргә ирешәбеҙ. Февраль айында Стәрлетамаҡҡа барҙылар. Был юлы еңмәһәләр ҙә, яңылыҡтар, тәжрибә һәм оҫталыҡ дәрестәре алып ҡайтҡас, тағы ла сәмләнеберәк, дәртләнеп шөғөлләнә башланылар. Түңәрәк етәксеһе Рамаҙан Сабирйән улы Ғәлиуллин менән алда буласаҡ ярыштарға әҙерләнәләр.
Спорт буйынса ла һынатмайбыҙ. Быйылғы уҡыу йылында Бөрө ҡалаһына ярышҡа барҙыҡ. Волейбол буйынса етенсенән Ирхан Кульчиков менән мин – I, ә Фәдис Ғәлиуллин III урын алып ҡайттыҡ.
Илдус ҮТӘҒОЛОВ,
VI синыф уҡыусылары.
Бөрйән районы,
Исламбай мәктәбе.