

Бейеү, йыр, дефиле, музыка ҡоралдарында уйнау, нәфис һүҙ, барабансылар сығышы менән үрелеп барған тос концерт программаһын тамашасылар: атай-әсәйҙәр, олатай-ҡартатайҙар ихлас ҡабул итте.
Көслө алҡыштар һәм рәхмәт һүҙҙәре түңәрәк етәкселәренең эшенә юғары баһа булды.