

Ул Киров районы буйынса «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусылар конкурсында ҡатнашты.
Бар сығыштар ҙа сағыу костюмдар, йыр-бейеү, милли музыка ҡоралдары менән ҙур кимәлдә башҡарылды. Балалар өсөн бик матур сара булды. Шулай итеп, Кәмилә Әғлиуллинала – Гран при! Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Нафиҡова.
Ҡотлайбыҙ, Кәмилә! Артабан да уңыштар һиңә юлдаш булһын!
Фото: скриншот.
Видео: Ф. НАФИҠОВА.