

Тик әрмелә хеҙмәт иткән, ҡоралдан ата белгән кеше генәме? Минеңсә, был һүҙҙең мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк һәм киңерәк. Бөгөнгө Ватан һаҡсыһы – ул яугир ғына түгел, ә күңел саҡырыуы. Ундай кешегә «Тыуған ил», «бурыс» тигән төшөнсәләр буш һүҙ генә түгел. Ватан һаҡсыһы теләһә ҡасан үҙенең иле, халҡы һәм яҡындары өсөн һаҡҡа баҫырға әҙер. Ә был ҡорал менән генә эш итеүҙе аңлатмай. Ил һаҡсылары әлеге көндә – ил һағында торған хәрби кеше лә, беҙҙең һаулыҡ өсөн көрәшкән табип та, янғын һүндереүсе лә, китапҡа һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы ла, яңы технологиялар уйлап табыусы ғалим да. Һәр береһе Ватанды һаҡлауға үҙ өлкәһендә лайыҡлы өлөшөн индерә. Шулай уҡ ил һаҡсыһы – яҡшы кеше, ул намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәй, ололарҙы хөрмәт итә һәм кеселәрҙе яҡлай.
Көслө ил көслө кешеләрҙән башлана. Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең батырҙары, геройҙары менән дан тота. Легендар Салауат Юлаевты ғына алайыҡ. Уның ба тырлығы беҙҙе әле лә һоҡландыра. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында меңәрләгән башҡорт егете ҡыйыулыҡ күрһәткән. Улар тыуған еребеҙҙең һәр бер киҫәге өсөн көрәшкән. Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ысын легендаға әйләнде. Бөгөн дә Башҡортостанда геройҙар күп. Улар әрме сафында хеҙмәт итә, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был егеттәр – ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең ата-бабаларының юлдарын дауам итеүселәр. Үҙҙәрен йәлләмәйенсә тыныслыҡ өсөн көрәшәләр. Ә тағы кем ул бөгөнгө ил һаҡсыһы? Ул – үҙ ерен яратҡан намыҫлы, ябай кеше. Башҡаларға өлгө булыусы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм өмөтөбөҙ. Әйҙә һәр кем үҙенең илен яратыусы, батыр һаҡсыһы булып ҡалһын.
Нәргизә АСЫЛБАЕВА,
X синыф уҡыусыһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
23-сө күп йүнәлешле полилингваль мәктәп.
Фотола - Стәрлетамаҡтағы "Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл һәм мәңгелек ут мемориалы (yandex).