

Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарға һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан һәм бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Квест-уйында 5 команда ҡатнашты. Уларҙы берҙәмлеккә һәм тарихты белеүгә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һәм ауыр һынауҙар көтә ине. Балалар "һаҙлыҡ" аша үтте, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, төйөндәр бәйләүҙә етеҙлек күрһәтте, ҡаршылыҡтар аша үтте. Был мауыҡтырғыс мажара ғына түгел, ә үҙ белемеңде тикшереү, берҙәмлекте, геройҙарға хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге булды.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.