

Был һәр бала һәм уның ата-әсәһе өсөн айырым ваҡиға, оло тормошҡа беренсе баҫҡыс. Бер яҡтан, шатлыҡлы, күптән көтөлгән байрам, икенсе яҡтан, бер аҙ күңелһеҙ ваҡиға ул. Уҡытыусылар тәрбиәләнеүселәренең яңы тормош баҫҡысына күсеүенә шатлана, шулай ҙа инде үҙ балаларына әүерелгән кескәйҙәрҙән айырылырға тура килеүе күңелһеҙ. Улар балалар баҡсаһына яңы ғына йөрөй башлаған кеүек тойола, әммә тиҙҙән беренсе синыфҡа ла барасаҡтар.
Бына беҙҙең балалар баҡсаһында ла "Күбәләктәр" төркөмө өсөн оло тормошҡа ишек асылды. Сығарылыш балы йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Ул "Урал батыр " эпосына яраҡлаштырып үткәрелде, Урал, Шүлгән, Һомай ҡатнашты. Балалар сихри донъяға барып эләктеләр. Һуңынан улар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Музыкаль етәксе Р. Исмәғиловаға рәхмәт.
Йола буйынса балалар баҡсаһы мөдире Р. Рәхимғолова сығарылыш уҡыусыларына аҡ юл, уңышлы уҡыу һәм, әлбиттә, туған балалар баҡсаһын онотмауҙарын теләне. Бөтә балалар һәм ата-әсәләр исеменән тәрбиәселәргә, хакимиәткә һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Һәр сығарылыш уҡыусыһына балалар баҡсаһын тамамлау тураһында таныҡлыҡ, бүләктәр тапшырылды.
Һеҙгә мәктәп тормошонда уңыштар, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары!
Гөлсиә БИКМЫРҘИНА, тәрбиәсе.