

Балалары Ильяс, Азалиә менән барлыҡ майҙансыҡтарҙы ҡарап сығырға тырышҡандар улар. Бик оҡшаған. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡандар, уйындарҙа ҡатнашҡандар, йәнһүрәт геройҙары менән иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр. Йыл һайын булһын был фестиваль, ти Вәхитовтар.