+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Нептун көнө

Беҙҙең 263-сө балалар баҡсаһында тап шулай тип аталған байрам үтте.

Нептун көнөНептун көнө
Нептун көнө

Тәрбиәләнеүселәргә ҡунаҡҡа диңгеҙ батшаһы Нептун килде. Балалар уны түҙемһеҙлек менән көттө. Бар бәләкәстәр ҙә шаярырға, оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡта ярышырға ярата бит! 

Нептун, ысынлап та, йәйге эҫе көндә балаларға иҫ киткес байрам бүләк итте. Кескәйҙәр төрлө күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Хатта һыу аҫты батшалығына ла барып килделәр. Шул уҡ ваҡытта һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк.
Балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Икенсе йыл да диңгеҙ батшаһы Нептун менән осрашыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөрҙәр инде.

 

Лилиә ВӘХИТОВА.

Өфө ҡалаһы.

Нептун көнө
Нептун көнө
Нептун көнө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас