+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Мауыҡтырғыс сәфәр

Студент тормошо ҡы­ҙыҡ­лы ул. Һеҙҙе, ун беренсене тамамлаусылар, үҙебеҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға килергә саҡырабыҙ. Яңыраҡ беҙ, башҡорт филологияһы факультетының I курс студенттары, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Арыҫлан улы Әлибаев етәкселегендә Күгәрсен районында булып ҡайттыҡ. Баш­ҡорт фольклорын йыйҙыҡ.

Мауыҡтырғыс сәфәрМауыҡтырғыс сәфәр
Мауыҡтырғыс сәфәр

Бында ҡунаҡсыл, ихлас халыҡ йәшәй икән. Районға килгәс тә беҙҙе тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Миңлеғәле улы Сәйетбатталов ҡаршы алды. Экскурсия барышында район ауылдарының тарихы, Күгәрсендең күренекле шәхестәре тураһында белдек. Үҙебеҙгә күп мәғлүмәт алдыҡ.
Музейҙан һуң Мораҡ ауылында Тәскирә һәм Тәслимә Тәлғәт ҡыҙҙары үҙҙәренең оҫтаханаһына саҡырҙы. Апайҙар беҙгә балаҫ һуғыу серҙәрен асты, эштәренә һоҡланып туйманыҡ. Заманса дизайн ҡулланырға ла өйрәнеп алғандар. Беҙҙе улар башҡорт халҡының милли ризыҡтары менән дә һыйланы.
Артабан Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәткә юл тоттоҡ. Беҙҙе унда халыҡ яҙыусыһының йорт-музейы ҡыҙыҡһындыра ине. Зәйнәб Биишева үҙенән һуң бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. Музей эсе лә экспонаттар менән тулған. Буклеттар, ҡулъяҙмалар, тарихи фотоһүрәттәр, хаттар, китаптар, аудио һәм видеояҙмалар... Музей мөдире Зәбирә Кәримова апай һәр береһе тураһында бик йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Һатлыҡ ауылында ағинәйҙәр Йәнбикә Фәйезова, Гөлдәр Йосопова, Фатима Ихсанова, Ғөмәйрә Мозафарова, Фатима Аҡназарова, Ғәниә Абдуллина, Әсмә Килсенбаева, Гөлкәй Дәүләткилдина, Гүзәл Абдуллиналар менән осрашыу ҙа ҡыҙыҡлы булды. Улар беҙҙе ауыл тарихы, йолалары, топонимикаһы менән таныштыр­ҙы. Әйткәндәй, урындағы халыҡ ауыл атамаһын юл саты менән бәйләй: Һатлыҡ түгел, ә Сатлыҡ, тиҙәр. Ысынлап та, юл сатында урынлашҡан шул.
Сәфәребеҙҙең иң онотолмаҫлыҡ көнө Мораҙым тарлауығына барыу ине. Ул Оло Эйек йылғаһы буйлап һуҙыл­ған. Иҫ киткес матур тәбиғәт паркында мәмерйәләр һәм тау ҡыуышлыҡтары күп икән. Беҙ төркөм менән тау башына ла күтәрелдек. Менгән саҡта ҡур­ҡыу хисе лә, ҡыҙыҡһыныу той­ғоһо ла көслө ине. Был урындың хозурлығын һүҙ менән әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.
Беҙ Күгәрсендән бай материал туплап, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ. Фольклор практикаһы ныҡ оҡшаны. Бының өсөн етәксебеҙ Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа һәм беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡараған Зилә Тәлғәт ҡыҙы Абдуллинаға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Зөлфиә АБДУЛЛИНА, Юлиә ҠАҺАРМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас