

Кинйәкәй улдары Зиннур бигерәк шәп, сос, отҡор малай булып үҫә. Ғаиләнең төп шөғөлө – бейә тотоп, ҡымыҙ бешеү. Ата-әсәһе бейәләрҙе һуғарып һауһа, ағай-апайы ҡойоп, һатыуға сығарһа, Зиннур һауыттарға этикетка йыбештерә, заказдар йыя, уларҙы ауыл буйлап тарата.
Йәнә йәйге каникул етеү менән селек «бизнес»ы асып, үҙенә аҡса эшләп тә өлгөрә.
Һигеҙенсене тамамлаған егет һыбай йөрөргә ярата, ихлас көтөү ҙә көтә. Телефонда ултырырға ваҡыт юҡ, ти ул. Саҡ ҡына бушаһа, китап уҡый, шиғырҙар ятлай, уҡ атыу шөғөлөн үҙләштерә.
Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.