+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Батырҙарҙы онотмайбыҙ

Республикала Әрме мәҙәниәте көндәре башланды.

Батырҙарҙы онотмайбыҙБатырҙарҙы онотмайбыҙ
Батырҙарҙы онотмайбыҙ

 Ошо айҡанлы 38-се балалар китапханаһында "Илебеҙ геройҙары" тип аталған патриотик сара уҙҙы.
Балалар Әрме мәҙәниәте көнө саралары менән танышты. Китапханасы төрлө осор яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлылығы, уларҙың тыуған илебеҙҙе яратыуы, шулай уҡ махсус хәрби операция башланыуы сәбәптәре, унда ҡатнашыусыларҙың батырлығы тураһында һөйләне.
Уҡыусылар өсөн викторина ла үткәрелде. Балалар хәрби техника, мөһим алыштар, хәрби исемдәр тураһында белемдәрен күрһәтте. Сарала ҡатнашыусылар, батырҙарыбыҙ тураһында белергә, улар тураһында иҫтәлекте һаҡларға тейешбеҙ, тигән уртаҡ фекергә килде.

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө айҡанлы ла йөкмәткеле кисә ойошторҙоҡ.

 

Анна ЕГОШИНА.

Өфө ҡалаһы,

38-се балалар китапханаһы мөдире.

 

 

Батырҙарҙы онотмайбыҙ
Батырҙарҙы онотмайбыҙ
Батырҙарҙы онотмайбыҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас