

Әүҙем йәмәғәтсе, тырыш, алдынғы уҡыусыларыбыҙҙың береһе ул. Һәр эшкә тилбер, оҫта ҡуллы, һәр саҡ шат, изге күңелле, намыҫлы, ижадҡа ынтылыусы ҡыҙ. Уңыштары нигеҙендә уҡытыусыларының да ҙур хеҙмәте һалынған. Шулай уҡ баланың үҫешендә, әлбиттә, ата-әсәһе, ғаиләһендәге матур мөхит тә мөһим роль уйнай, һәләттәрен асырға ныҡ ярҙам итә. Район, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй күләмендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса предмет олимпиадаһында ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшеүсе ҡыҙҙың портфолиоһында район мәғариф бүлегенең, Өфө фән һәм технологиялар университетының, республика Гагарин олимпиадаһының еңеүсе дипломдары, Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар урын алған.
«Урал батыр ере» район конкурсында «Яуымбай ауылы ер-һыу атамалары һәм ауыл тарихы» китабын файҙаланып, уның авторы, география уҡытыусыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллин үткәргән экскурсияларҙа әүҙем ҡатнашып, конкурсҡа әҙерләнеп, «Ауылым топонимикаһы» номинацияһында еңеүсе булды. «Башҡортостан» гәзитендә Элинаның Яуымбай ауылы ер-һыу атамаларын яҡтыртҡан ҙур мәҡәләһе баҫылып сыҡты.
Остазы, синыф етәксеһе Зифа Ғаяз ҡыҙы Ғабдулхаева етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа еңеүҙәр яуланы. Ә федераль олимпиадала II дәрәжә дипломға лайыҡ булды һәм Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһында ҡатнашты.
Матбуғатта үҙ һүҙен әйтергә ынтылыуы, әкиәт, хикәйә, шиғырҙары өсөн Элина «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ ул йәш ижадсылар араһында уҙғарылған «Иң оҫта шиғыр һөйләүсе», «Һүҙ ҡәҙере», «Йөрәктән – йөрәккә» бәйгеләрендә көсөн һынап ҡараны, мәктәптең, райондың алдынғылар слётында ҡатнашты.
Яуымбай мәктәбендә төрлө конкурстар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ҙа йыш үткәрелә. Элинаның үҫешенә ошо сараларҙа ҡатнашыуы, күренекле шағирҙар, яҙыусылар, оло быуын кешеләре менән осрашыуҙар ҙа рухи аҙыҡ биргәндер.
Өйөндә лә Элина һәр саҡ ярҙамсыл. Буш мәлдәрендә сигеү-бәйләү, төрлө ризыҡтар әҙерләү, сәскәләр бағыу – уның яратҡан шөғөлдәре. Район, республика яңылыҡтары менән дә даими танышып баралар. Ғаилә өҫтәлендә «Йәншишмә» һәм башҡа республика баҫмалары, «Таң» район гәзите – көтөп алынған ҡунаҡтар.
Элина артабан уҡыуын Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында дауам итәсәк. Уға иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: мәктәптә алған белемдәре киләсәктә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләп, тормош юлынан ышаныслы атларға, яратҡан һөнәренә эйә булырға ярҙам итһен.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.