+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
2 Сентябрь 2025, 09:55

Йәйем Бөрйәндә үтте

Йәйге каникулда ғаиләбеҙ менән күп сәйәхәт иттек.

Йәйем Бөрйәндә үттеЙәйем Бөрйәндә үтте
Йәйем Бөрйәндә үтте

 Ғаиләбеҙ менән Абҙаҡ зоопаркына барҙыҡ. Айыу, бүре, дөйә, юлбарыҫ, өкө һәм башҡа ҡош, хайуандарҙы күрҙек. Бик оҡшаны.

Йәйемде Бөрйән районының Ҡыпсаҡ һәм Мәһәҙей ауылдарында үткәрҙем. Унда минең өләсәйҙәрем һәм олатайым йәшәй. Әхирәтем Ынйы менән уйнаныҡ, һыу индек, өләсәйҙәргә ярҙам иттем. Динир ҡустым, Инсур, Искәндәр ағайҙарым һәм һеңлем Зәһиҙә менән Зинира өләсәйемә бесән эшләштек. Шүлгәнташҡа ла барып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алдыҡ.

Атайым менән балыҡҡа ла йөрөнөм. Магнитогорск ҡалаһына паркка барҙыҡ, йырлаған фонтанды ҡарап, туйғансы уйнап ҡайттым.

Шулай күңелле үтте йәйем. Яратҡан гимназиямды һағынып уҡырға килдем. Хәҙер беҙҙе белем иленә сәйәхәт көтә.

Зөһрә ХӘСӘНОВА.

Белорет ҡалаһы,

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты.

Йәйем Бөрйәндә үтте
Йәйем Бөрйәндә үтте
Йәйем Бөрйәндә үтте
Йәйем Бөрйәндә үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас