

Башҡортостаныбыҙ – күп милләтле төбәк, уның биләмәһендә 160-тан ашыу милләт вәкиле татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.
Байрам алдынан беҙҙә «Селтәр» башҡорт милли кейеме халыҡ студияһы оҫтаһы Наилә Хәсәнова менән осрашыу уҙҙы. Ул балаларға башҡорт кейеменең бай тарихы һәм үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре яһау серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡатнашыусылар милли ҡурсаҡтарҙы ла ҡарай алды.
«Халҡымдың хазиналары» китап күргәҙмәһе уҡыусыларға башҡорт кейеменең матурлығы донъяһына тағы ла тәрәнерәк сумырға мөмкинлек бирҙе.
Роза МАРКИНА, 30-сы өлгөлө балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.