+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
10 Сентябрь 2025, 10:58

Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары

Баш ҡаланың 303-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары» тигән сара ойошторҙоҡ.

Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙарыҘур һуғыштың бәләкәй геройҙары
Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары

Ул Игорь Носовтың «Бөйөк Ватан һуғышының йәш геройҙары» тигән китабы буйынса үткәрелде.
2025 йыл иҫтәлекле көндәргә бай булды. Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләне. Әйткәндәй, сарабыҙ Әрме мәҙәниәте көндәренә арналғайны.
Был көндө беҙ балаларға Володя Дубинин, Валя Котик, Зина Портнова һәм Марат Казей тураһында һөйләнек. Улар йәш геройҙарҙың фашистар менән алышта ҡурҡыу белмәй батыр­ҙарса һуғышыуы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Осрашыу аҙағында бергәләп Константин Паустовский әкиәте буйынса төшөрөлгән «Һалдат әкиәте» тигән йәнһүрәт ҡараныҡ.

Ольга Росташвили, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 22-се моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас