

Нимә генә юҡ ине унда! Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре йәшелсә-емеш, ҡайнатма, компот, бал, һөт ризыҡтары... Һанап бөтөрлөк тә түгел хатта.
Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Йәрминкәлә ҡатнашыусы барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Илзирә ҠАРАБАЕВА,
тәрбиәсе.
Ейәнсура районы.