

Байрамдары менән ҡотлайбыҙ
Мин бәхетле: олатайым һәм ике өләсәйем бар!
Уларҙың бөтәһен дә яратам һәм хөрмәт итәм.
Шәүрә өләсәйем Бирҙеғол ауылында тыуған. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман эшләп йөрөй. Тик ултыра белмәй, бигерәк тынғыһыҙ кеше инде. Уның бешергән ризыҡтары тәмле була. Һәр беребеҙгә исемләп йылы ойоҡбаштар бәйләй һәм байрам һайын үҙенсәлекле бүләк менән ҡотлай.
Өфө районы Нөрлө ауылында йәшәгән Рәмил олатайым менән Ҡәҙриә өләсәйемә каникул көндәрендә генә барам. Минең килерҙе һағынып көтөп торалар.
Олатай-өләсәйҙәремде Ололар көнө менән ҡотлап, уларға һаулыҡ теләйем!
Даниэль ХАРИСОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Өләсәйемдең исеме – Сәриә. Шундай ихлас, алсаҡ, изге күңелле кеше инде.
Уның беҙгә ҡунаҡҡа килгәнен көтөп алам.
Өләсәйем күстәнәстәре менән һыйлай. Һәр ваҡыт уҡыуым һәм уңыштарым менән ҡыҙыҡһына, кәңәштәрен дә бирә.
Вадим БАЙҒАЗИН,
III синыф уҡыусыһы.
Быйыл өләсәйем юбилейын ҡаршыланы, 65 йәшен тултырҙы.
Ул хаҡлы ялға тиклем икмәк бешереүсе булған.
Мин күп ваҡытымды уның менән үткәрергә тырышам, үҙенә ярҙам итәм.
Өләсәйем, ҡәҙерлем! Һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Нурислам ҠАСИМОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Зилә өләсәйем почтала эшләгән, һәр йортҡа гәзит-журналдар таратҡан. Уның килгәнен көтөп кенә торғандар.
Өләсәйем менән һәр саҡ күңелле. Бергәләп китап-журналдардар уҡыйбыҙ, йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ. Ул Төлмәй ауылында йәшәй. Тәмле итеп мейестә икмәк бешерә, уны ҡаймаҡ һылап ашайым.
Өләсәйем менән күңелле, мин уның һәр саҡ хәлен белешәм.
Алһыу НОСРАТУЛЛИНА,
I синыф уҡыусыһы.
Шундай оҫта ҡуллы инде өләсәйем! Ул балаҫ һуға. Мине лә был яратҡан һөнәренә өйрәтергә теләй. Тырышып ҡарайым да ул, тик әлегә килеп сыҡмай. Өйрәнермен әле.
Гөлнара өләсәйемде яратам. Ул мине һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән һыйлай.
Мәликә ЛОҠМАНОВА,
I синыф уҡыусыһы.
Минең егәрле, алсаҡ һәм матур өләсәйем бар. Уның бешергән аштары - иң тәмлеһе.
Дәрестәрҙән һуң өләсәйемә барып етеп, уның хәлдәрен беләм. Ул мине һәр ваҡыт тыңлап, кәңәштәрен биреп, тәмле күстәнәстәр менән оҙатып ҡала.
Өләсәйем менән яйлап һөйләшеп ултырыу – минең өсөн оло шатлыҡ. Өләсәй, мин һине яратам!
Йәлил Ильясов
VII синыф уҡыусыһы.
Матур байрам!
Минең өләсәйем – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, 43 йыл уҡыусыларға тарих фәнен уҡытҡан ветеран-уҡытыусы.
Уның исеме – Зәкиә Сабит ҡыҙы Динисламова.
Өләсәйем – хаҡлы ялда, олатайым менән 44 йыл татыу ғүмер итәләр. Улар ике бала үҫтереп, 3 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй. Өләсәйемдең яратҡан шөғөлө – кроссвордтар сисеү, бейеүгә һәм йырларға ярата.
Өләсәйем – йор кеше, баҡсала үҫтергән сәскәләре күҙҙең яуын ала, бешергән аштары телде йоторлоҡ.
Уның менән өй эштәрен эшләүе оҡшай, тыныс ҡына аңлатып бирә.
Олатайым менән өләсәйемде Ололар көнө менән ҡотлайым. Был көн оло байрамға әүерелә, беҙ барыбыҙ ҙа уларҙың йортона йыйылабыҙ.
Ынйы Абзалова,
VI синыф уҡыусыһы.
Ә минең өләсәйем оҫта ҡуллы. Ул балаҫ һуға. Мин дә өйрәнәм, тик әлегә ҡулдар тыңламай.
Гөлнара өләсәйемде яратам, ул һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән көтөп ала.
Мәликә ЛОҠМАНОВА,
I синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.