

Күмәкләшеп алдан олатай-өләсәйҙәренә ҡотлау открыткалары эшләне. "Өләсәй" тигән бик матур йыр ҙа өйрәнделәр. Олатай-өләсәй йылыһы, наҙы тойоп үҫкән балалар бәхетле бит ул. Һәр бала ғаиләләренең ҡәҙерле оло кешеһе тураһында яратып һөйләй. Ҡулдарынан килгәнсе яҡындарына ярҙамлашып ҡына торалар.
– Хөрмәтле ер йөҙөндәге иң аҡыллы, мөләйем өләсәйҙәр һәм олатайҙар! Байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! – ти дүртенселәр.