

Олатайым менән өләсәйем өсөн генә түгел, беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн дә ҙур байрам ул. Был көнгә алдан уҡ әҙерләнә башлайбыҙ, ниндәй бүләк, күстәнәстәр алыу тураһында кәңәшләшәбеҙ. Һәм бына аяҙ, сыуаҡ бер көндө был байрам килеп тә етә. Ағастар ҙа , ҙур байрамға әҙерләнгән кеүек, төрлө төҫкә мансылған күлдәктәрен кейгән. Мин көҙгө урманды өлкәндәрҙең ғүмер миҙгелдәре менән сағыштырам. Ысынлап та көҙ айы шундай бай, тыныс, ололарҙың күңеле кеүек хистәргә бай.
Мин олатайым менән өләсәйем булыуы менән бәхетлемен. Улар - иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрем. Бәләкәй сағымдан ҡарашып үҫтерҙеләр, бик күп нәмәгә өйрәттеләр. Олатайым Хөрмәтуллин Рәүил Хөрмәтулла улы Илеш районы Сүлте ауылында тыуған, уға хәҙер – йәш. Ауыл тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын да, рәхәтлектәрен дә татыған, үҙенең хәләл көсө менән донъя көткән.Үҙ көсө менән ҡышҡа утын, бесән әҙерләгән, ер эшкәрткән, йәшәгән. Ғүмер буйы шофер булып эшләгән. Ул миңә файҙалы кәңәштәрен бирә, үткән тормошо тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Минең өсөн уның һәр бер һүҙе ҡәҙерле, тормош юлы –үрнәк. Олатайым – ул донъяның тотҡаһы, ә өләсәйем – шул донъяның усағына ҡуҙ өҫтәп, утын һүндермәйенсә йәшәтеүсе илаһи зат ул. Өләсәйем Сәүиә Әбделвәли ҡыҙы беҙгә йыраҡ булған Шишмә районы Йәрмәй ауылында тыуып-үҫкән. Асыҡ йөҙө, эшкә уңғанлығы менән айырылып тора. Беҙ килеүгә һәр ваҡыт тәмле ҡоймаҡтарын, бәлештәрен бешереп ҡуя, шатланып, йылмайып ҡаршы ала. Шунда уҡ тәмле-тәмле ризыҡтары менән табын янына саҡыра. Олатайым менән өләсәйем өсөн иң ҙур бүләк – беҙҙең уларҙы һағынып ҡайтыуыбыҙ һәм ауыр эштәрендә ярҙам итеүебеҙ.
...Ысынлап та, мин урмандағы ағастарға ҡарап торам да кешеләр яҙмышы менән сағыштырам. Төп-төҙ ҡояшҡа үрелеп үҫкән бейек ағастар араһында һынған, кәкерәйгәндәрен дә күрергә мөмкин. Ә ике пар булып торған ағасҡа ҡараһам, олатайым менән өләсәйемде күҙ алдына килтерәм. Улар йырҙарҙа йырланған пар ағастар кеүек бер береһенә терәк булып, кәрәк булып бергә йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндәге бер-береһенә булған йылы мөхәббәтле ҡараштарын көҙҙөң әбейҙәр сыуағына оҡшатам.
Уҙҙәренең йәшәү рәүештәре менән күптәргә өлгө лә булып торалар. Беҙҙе ял һайын шатланып көтәләр, ә беҙ ҡыуана-ҡыуана ҡайтыр еребеҙ бар тип , тыуған төйәгебеҙгә ашҡынып торабыҙ.
Олатайым менән өләсәйем минең таяныстарым.Уларҙың һау-сәләмәт булыуын, оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Ирина Хөрмәтуллина,
VIII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәйҙәге лицей.