+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Миңә был һөнәр оҡшай

Мин киләсәктә кем булырымды әлегә әйтә алмайым. Шулай ҙа уҡытыусы һөнәре ныҡ оҡшай.

Миңә был һөнәр оҡшайМиңә был һөнәр оҡшай
Миңә был һөнәр оҡшай

Улар кеүек булғым килә.

Әгәр был һөнәрҙе һайлаһам... Үҙемде өлгөлө, яратҡан уҡытыусы итер өсөн көсөмдө йәлләмәҫ инем. Дәрестәргә ныҡлы әҙерләнеп, уны күңелле, ҡыҙыҡлы итеп үткәрер инем. Ата-әсәләр йыйылышында уҡыусыны тәнҡитләмәй, зарланмай, уның ыңғай яҡтарын ғына асып, күберәк маҡтар инем.

Миңә инглиз теле уҡытыусыһы һөнәре яҡын. Был телдә иркен һөйләшеүселәргә һоҡланып ҡарайым. Үҙем дә инглизсә күп һүҙҙәрҙе беләм. Уҡытыусы булыу еңел түгел. Быны яҡшы аңлайым. Беҙҙе белемле, аҡыллы итеү өсөн улар бик күп көс һала. Шуға ла үҙҙәрен яратайыҡ, хөрмәт итәйек, дуҫтар!

Уҡытыусылар көнө етте. Уларҙы байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙе уҡыусыларығыҙ ҡыуандырып ҡына торһон.

 

Йәлил ИЛЬЯСОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2се мәктәп.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас