Асыҡ ишектәр көнө

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда асыҡ ишектәр көнө үтте.

Асыҡ ишектәр көнөАсыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө

Сентябрь айының һуңғы көнөндә Акъяр ауылы Балалар ижады йорто шат тауыштарға күмелде. Дәртле балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп Асыҡ ишектәр көнөнә килде. Күңелле музыка, түңәрәктәр эшен сағылдырған күргәҙмә, йылмайып ҡаршы алып торған педагогтар – барыһы ла яҡшы кәйеф, уңайлы, дуҫтарса атмосфера булдырҙы. Шат тауыштарҙы, күңелле көйҙәрҙе ишетеп, Белмәҫйән дә килгән ине байрамға. Килгән ҡунаҡтар, Аҡъяр ауылының мәктәптәренән килгән төрлө йәштәге балалар алдында һәр педагог үҙенең түңәрәк эше буйынса бик мауыҡтырғыс итеп сығыш яһаны.

Сараның икенсе өлөшөндә «Еҙ үксә», «Барабансылар», «Йәш туристар» «Акъяр-дэнс», «Робототехника», «Медиаүҙәк», “Модалы дизайн”, “Оҫтабикә” түңәрәктәре етәкселәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ю. Х. Мортазин - бейеү серҙәренә, Г. Н. Ҡоҙабаева һәм Р. Х. Ишкилдина- ҡул эше нескәлектәренә, ә Р. Р.Таулыҡаев балаларға туризм төрҙәре тураһында һөйлән. Белмәҫйән балалар менән бер рәттән Ф. Ф. Үзбәкова етәкселегендә барабансыларға ҡушылып барабан һуғып, Л. Б.Рыҫҡолова күрһәтмәләрен тыңлап роботтар төҙөп, уларҙы хәрәкәтләндереп ҡыуанды. Сара аҙағында балалар түңәрәктәргә яҙылды. Ә ата-әсәләргә консультация үткәрелде.

 

Әлиә СӘЛИМОВА.

Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө
Асыҡ ишектәр көнө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас