+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Беҙҙә — матур осрашыу

Беҙҙең гимназияла Нияз Сәлимов менән осрашыу кисәһе үтте.

Беҙҙә — матур осрашыуБеҙҙә — матур осрашыу
Беҙҙә — матур осрашыу

Сәлимов Ниязбай Булатбай улы 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Ул – ғалим-филолог, журналист, яҙыусы,йәмәғәтсе, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, Ғафури районының Почётлы гражданы.

Уның килеүенә беҙ етди әҙерләндек. Мин «Башҡортостан» исемле шиғырын ятланым, синыфташтарым һүрәттәр төшөрҙө.

Нияз Сәлимов үҙенең тормош юлы һәм ижады менән яҡындан таныштырҙы, баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты,уҡыусыларҙың барлыҡ һорауҙарына тулы яуап бирҙе, «Ҡояш –ҡошмо» исемле китабынан беҙгә йомаҡтар ҡойҙо, китаптары тураһында һөйләне. «Бәхетстан» иленә сәйәхәткә алып сыҡты. Иң әүҙем уҡыусыларға бүләктәр таратты. Сара барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.

 

Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Беҙҙә — матур осрашыу
Беҙҙә — матур осрашыу
Беҙҙә — матур осрашыу
Беҙҙә — матур осрашыу
Беҙҙә — матур осрашыу
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас