

Илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар, уларҙың телдәре тураһында һөйләштек. Флаг, гимн менән таныштыҡ.
Әлбиттә, байрам саралары йыр-бейеүһеҙ уҙмай. «Башҡортостан – ил генәм» тигән йырҙы башҡарҙыҡ. Ҡыҙҙар – «Тирмә», малайҙар – «Ат сабышы» тигән уйын-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Рәсимә Ураҡсинаның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Туған илгә, телгә, милләткә, тәбиғәткә ҡағылышлы йомаҡтар ҡойҙоҡ. Балалар таҡҡан милли орнаментлы галстук, билбауҙар, стилләштерелгән түшелдеректәр, сулпылар байрам сараһын тағы ла нығыраҡ йәмләне. Динислам Ураковҡа ата-әсәһе Республика көнөнә арнап башҡорт милли костюмы ла тектергән. Бындай саралар йәш быуынға илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Алһыу АЗАМАТОВА,
«Сулпылар» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.