

Балалар тыуған илебеҙ тураһында шиғыр һөйләп, илебеҙҙең дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығытты. «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», «Ҡурай» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнап, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп күңел астылар. Әлеге сара аша кескәйҙәрҙә Тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү төп маҡсатыбыҙ. Был байрам балаларыбыҙҙың хәтерендә ҡалыр, сөнки кеше өсөн иң ҡиммәтле нәмә — Тыуған ил.
Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА, «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.