

Башҡортостан, һин –
Тыуған ергенәм,
Минең һөйөклөм,
Минең бер генәм.
Матур ҡыҙҙары,
Батыр улдары,
Бары яҡшыға
Тотҡан юлдары.
Лайыҡлы булып
Үҫеп етербеҙ,
Ватаныбыҙға
Хеҙмәт итербеҙ!
(Гүзәл Ситдиҡова)
Республика көнө һәм районыбыҙҙың 95 йыллығы айҡанлы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһында матур байрам үтте. Балалар командаға бүленеп, «Ватаным минең – Атайсал» тел бәйгеһендә көс һынашты. Башҡорт иле, теле тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йыр йырланылар, бейеү бейенеләр. Кескәйҙәр байрамдан күтәренке кәйеф менән таралышты.
Нәжиә ЖУЛАМАНОВА, өҫтәмә белем биреү педагогы.
Аҡъяр ауылы, «Бәпембә» балалар баҡсаһы.