

Балалар Башҡортостан Республикаһы гимнын бар йөрәктән ихлас башҡарҙы. Башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар, йолалар, мәҙәниәт һәм тарих менән таныштылар. Дәүләт символдарын да иҫкә төшөрөп үттек. Урта төркөм тәрбиәләнеүселәре батмустар менән бейеү башҡарып, барыһына ла шатлыҡ бүләк итте.
Баҡсабыҙҙағы сағыу ваҡиға Башҡортостан халыҡтары һәм мәҙәниәте дуҫлығы байрамына әүерелде.
Башҡортостан Республикаһы көнө менән!
Гөлнур АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.
Өфө районы, Булгаков ауылы.