

Ул мәктәпкә гел ашҡынып килә, сөнки көн дә нимәлер өйрәнеп ҡайта бит. Белем тауына үрләү өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәклеген дә яҡшы аңлай. Шуға ла үҙ телендә шиғырҙы матур итеп һөйләргә өйрәнә әле. Ана, Эльза Вәлишинаның "Йырҙарымды һиңә көйләйем" шиғырын тырышып ятлап алған. Афарин, Руфина! Иң мөһиме, теләк бар, гел шулай әүҙем, тырыш һәм аҡыллы бул!