

Уҡыусылар менән, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә, гәзит-журналдарҙа баҫылған бөгөнгө көндә йәш быуын өсөн көнүҙәк темалар күтәрелгән әҫәрҙәр менән танышабыҙ, синыф сәғәттәрендә ҡыҫҡа ғына социаль видео-роликтар ҡарап, фекер алышабыҙ.
Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшинаның бынан бер нисә йыл элек «Йәншишмә»лә сыҡҡан, һуңынан «Ҡашлы йөҙөк» китабында баҫылған «Упҡынға өс аҙым» тигән хикәйәһен Юлыҡ уҡыусылары менән икенсе йыл рәттән уҡыйбыҙ. Әҫәрҙе быйыл ҡабаттан уҡып сыҡтыҡ, хәҙер инде икенсе күҙлектән. Тиҙҙән ҙур ҡалаларға китеп, ят кешеләр араһында яңы тормош башлай торған йәштәр күҙлегенән. Бөгөнгө көндә бик тә кәрәкле, уғата әһәмиәтле әҫәр. Йәштәр тормошон, уларҙың психологияһын аңлап яҙылған, яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалар хикәйә ул. Уның менән танышып сыҡҡас, уҡыусылар үҙҙәрен төп героиня Азалия урынына ҡуйып ҡараны. «Был осраҡта мин ни эшләр инем», – тигән һорауға яуап табырға тырыштылар. Яңылыш аҙымдарҙан һаҡланырға кәрәклеген төшөнгәндәрҙер, тип уйланым әҫәр уҡылып бөткәндән һуң уйсан йөҙҙәренә ҡарап.
Уҡыусыларым төп герой Азалия менән әҫәр аҙағынаса берсә янып-көйҙөләр, берсә шатландылар. Киләсәктә, үҙҙәрен тик еңел матур тормош ҡына көтөп тормаясағын аңланылар. Ауырлыҡтарға әҙер булып, был донъяла бөтә нәмәнең дә ваҡытлыса икәнлеген, ауырлыҡтан һуң еңеллек килеүен, һәр хәлдә лә сабыр булырға кәрәклеген күңелдәренә һалдылар.
Әҙилә Хисмәтуллина: Ата-әсәйҙән ҡала, олатай-өләсәйҙәр ҙә беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуҙарын аңланым.
Гөлнәзирә Кәримова: Азалияның өләсәһе уға ауыр ваҡытта ҙур ярҙам күрһәтте, уны һәләкәттән ҡотҡарҙы, тиергә лә була. Өләсәһе, кешегә үҙе күтәрә алырлыҡ ҡына ауырлыҡтар килә, бөтә нәмә лә үтә, сабыр итергә кәрәк, тип өйрәтә. Был барыбыҙға ла ҡағыла.
Динислам Зәйнетдинов: Ул хикәйәнән, килеп сыҡҡан проблемаларҙы яҡындарыңдан йәшерергә түгел, нисек ҡыйын булһа ла ололарға әйтергә, уртаға һалып һөйләшергә һәм хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә кәрәк икәнлеген белдем. Өләсәһе биргән кәңәштәр Азалияға ғына түгел, беҙгә ла ҡағыла, тип уйлайым.
Алина Моратова: Хәҙерге заманда интернет селтәренә фотоларҙы ҡуйыу ҡыйын хәлдәргә килтерергә мөмкин, һаҡ булайыҡ. Беҙгә киләсәктә дөрөҫ юлды һайларға өйрәткән фәһемле хикәйә яҙған өсөн ауылдашыбыҙ Рәзинә апайға рәхмәт әйтәбеҙ.
Эскелек темаһы, үкенескә күрә, мәңгелек һәм һәр быуынға ла ҡағыла. Кемдер был йәшел йылан менән мауығып һаулығын бөтөрә, тормош сөңгөлөнә төшә. Ә шуны күреп үҫкән балаларҙың бала сағы урлана. Заһиҙә Мусинаның сценарийына төшөрөлгән «Атай еҫе», «Тыуған көн» видеороликтары тап шул хаҡта. Автор ике-өс һөйләм, бер ҡыҫҡа ғына ваҡиға аша ата-әсәһе эскән балаларҙың ауыр яҙмышын оҫта күрһәтә ала. Уларҙы беҙ синыф сәғәттәрендә насар ғәҙәттәр тураһында һөйләшер алдынан ҡарайбыҙ һәм шуға бәйләп фекер алышабыҙ. Үҫмерҙәр үҙҙәре йәшендәге малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышҡа дусар булыуҙарын йәлләп, улар, ысынлап та, иҫерткес эсемлектәрҙең тормошто емереү көсөнә эйә икәнлеген нығыраҡ төшөнәләр.
Быйыл Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина менән Заһиҙә Мусина – Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Өлкәндәр, балалар өсөн шәп әҫәрҙәр, сценарийҙар яҙған йәш авторҙар шулай уҡ тәржемә эшенең дә оҫталары икәнлектәрен күрһәттеләр. Былтыр ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Тоҡаевтың «Билдәһеҙ эҙ» тип аталған детектив повестарҙан торған китабын тәржемә иттеләр. Әҫәрҙәре аша үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләгән, хәҙерге заманда ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡының дуҫлыҡ күперен нығытыуға булышлыҡ иткән йәш әҙибәләр Бабич премияһына лайыҡ, тигән фекерҙәмен.
Әлмира ЯҠШЫБАЕВА,
юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ғафури районы,
Юлыҡ мәктәбе.