+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Октябрь 2025, 18:20

Икмәк – ҙур байлыҡ

Бөтә донъя икмәк көнө уңайынан уҡыусыларыбыҙ менән ошо тәмле ризыҡты ҡайҙа һәм нисек бешерәләр тигән һорауға яуап эҙләп, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3 синыф уҡыусылары икмәк комбинатына сәйәхәткә юлланды. Икмәк – кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң оло ризыҡ. Бәләкәйҙән өлкәндәр икмәктән оло булмаҫҡа, валсығын да ҡоймаҫҡа, иген үҫтереүселәргә ихтирам менән ҡарарға өйрәтә.

Икмәк – ҙур байлыҡИкмәк – ҙур байлыҡ
Икмәк – ҙур байлыҡ

Яңы бешкән тәмле икмәк еҫе бар тирә-яҡҡа таралған. Беҙҙе  комбинат хеҙмәткәрҙәре яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, икмәк бешереү серҙәре хаҡында һәм ниндәй  төрҙәрен етештереүҙәре тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусыларҙы яңы бешкән ҡаластар менән һыйланы. Хатта киләсәктә үҙҙәренә эшкә саҡырып та ҡалдылар әле. "Бәлки беҙҙең арала ла оҫта икмәк бешереүселәр булыр әле", - тип уҡыусылар ҡайтырға ҡуҙғалды.



Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Икмәк – ҙур байлыҡ
Икмәк – ҙур байлыҡ
Икмәк – ҙур байлыҡ
Икмәк – ҙур байлыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас