

Ғаиләнең терәге – ир-ат, атай кеше. Беҙҙең башҡорт халҡында борон-борондан атай кешегә – ғаилә башлығы итеп, уға ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар, бөгөнгө көндә лә шулай. Атайҙар – ил терәге, ғаилә – таянысы ла.
Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө үткәрелә.
Гимназияға атайҙарҙы байрамға саҡырҙыҡ. Һәр бер синыф концерт номеры әҙерләне. Атайҙарға арнап шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ, бүләккә открыткалар яһаныҡ. Фәим Салауат улы Ғайсин етәкләгән "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле сараны дәртле көйҙәре менән биҙәне. Байрам күнелле үтте.
Хөрмәтле атайҙар! Һеҙҙе матур байрам, Атайҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаиләгеҙгә терәк булып, яҡындарығыҙға кәрәк булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерегеҙ!
III cиныф уҡыусылары.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.