+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Октябрь 2025, 05:49

Фронтовик уҡытыусыларға арнап

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Хәйбулла районының 95 йыллығына арналған «Хәйбулла районы уҡытыусылары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар» тип аталған тикшеренеү эштәре конкурсы үтте.

Фронтовик уҡытыусыларға арнапФронтовик уҡытыусыларға арнап
Фронтовик уҡытыусыларға арнап

Ялан, Өфө, Подольск, Бүребай, Әбеш, Татырүҙәк һәм Аҡъяр ауылдары мәктәптәренән бөтәһе 10 ҡатнашыусы булды.

Йәш тикшеренеүселәр уҡытыусы-фронтовиктарға арналған материалдар, архив документтары, хәтирәләр, фотографиялар һәм мультимедиялы презентациялар тәҡдим итте. Подольск мәктәбенән Елизавета Шипилова, Өфө мәктәбенән Виктория Толстолуцкая, Степной мәктәбенән Глеб Мельник, Аҡъярҙағы 3-сө мәктәптән Гөлирә Азаматова призёр булды, ә 1-се мәктәптән Зарина Мөхәмәтова еңеүсе тип танылды.

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Фронтовик уҡытыусыларға арнап
Фронтовик уҡытыусыларға арнап
Фронтовик уҡытыусыларға арнап
Фронтовик уҡытыусыларға арнап
Фронтовик уҡытыусыларға арнап
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас